ТӨН КҮБӘЛӘКТӘРЕ (Myotis), ярғанаттар ярым отрядының шымаморондар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 5 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 3,4—7 см, ауырлығы 4,5—25 г, ҡанат ҡоласы 19—35 см; инә заттар эрерәк. Йөнө ҡуйы, оҙон, төптәре ҡара, арҡаһы ҡарағусҡыл һоронан, көрәндән алып һорғолтҡа тиклем, ҡорһағы көрәнһыу һоро, асыҡ һоро йәки аҡ төҫтә. Мороно оҙон, алғы өлөшөнөң (“битлек”) тиреһе алһыуыраҡ төҫтә. Ҡолаҡтары ҙур түгел (Наттерер Т.к. оҙон), осона табан тарайған, артҡы сите уйымлы йәки тигеҙ. Ҡанаттары киң, ҡанат ярыһы тышҡы бармаҡтың төбөнә (Наттерер Т.к., Брандт Т.к., мыйыҡлы Т.к.), табандың урта өлөшөнә (һыу Т.к.) йәки сираҡ‑аяҡ башы быуынына (быуа Т.к.) беркетелгән. Ҡойроғо ҡыҫҡа, янбаш араһы ярыһынан сығып тора. Енси яҡтан 1 йылда өлгөрә. Быуаҙ булыуы 50—70 көн дауам итә. Йылына 1—2 бала тыуҙыра. 19 йылдан алып 24 йылға тиклем йәшәй. Эңерҙә әүҙем. Мәмерйәләрҙә, ҡая ярыҡтарында ҡышлай, йоҡоға тала. Наттерер Т.к. — күсәр төр. Ағас ҡыуыштарында, мәмерйәләрҙә, ҡаралтыларҙа йәшәй. Бөжәктәр, ҡайһы берҙәре һыуҙа йәшәгән умыртҡаһыҙҙар һәм ваҡ балыҡтар м‑н туҡлана. БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Һыу Т.к., Наттерер Т.к., быуа Т.к. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.