ТӨЛКӨЛӘР (Vulpes), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. 9 төрө билдәле. Евразияла, Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа йәшәгән ябай Т. кәүҙәһе 50—90 см, ҡарһаҡтыҡы 50—60 см оҙонлоҡта. Т. ауырлығы 2,2— 10 кг, ата Т. эрерәк. Йөнө ҡуйы, ҡарһаҡтыҡы аҡҡһыл, ерәнһыу көрән төҫтә, ҡорһағы бысраҡ аҡ йәки һарғылт, ябай Т. сағыу ерән төҫтә ҡулбаштарында ҡара таптар бар, түше һәм ҡорһағы аҡ. Мороно осло, ҡолаҡтары оҙон, арт яғында ҡара (ябай Т.) йәки ерәнһыуһоро (ҡарһаҡ) төҫтә, осланған. Аяҡтары ҡыҫҡа, ябай Т. ҡара таптар бар, ҡарһаҡтыҡы тапһыҙ, алғылары — биш, артҡылары дүрт бармаҡлы. Тырнаҡтары тупаҡ, эскә батмаған. Ҡойроғо оҙон, ҡабарынҡы, осо аҡ (ябай Т.) йәки ҡара (ҡарһаҡ) төҫтә. Полигам. Енси яҡтан яҡынса 10 айҙа өлгөрә. Быуаҙ булыуы 49—60 көн дауам итә. Йылына 1 тапҡыр ғәҙәттә 4—6, ҡайһы берҙә 17‑гә тиклем, һуҡыр, ҡолаҡ тишектәре көплө булған бала тыуҙыра. 10—12 йыл йәшәй. Ябай Т. иртән һәм кис, ҡарһаҡ төндә әүҙем. Кимереүселәр, ҡуяндар, ҡоштар һәм уларҙың йомортҡалары, балыҡтар, бөжәктәр, емтек, үҫемлек емештәре м‑н туҡлана. Һирәк ағаслы урмандарҙа, далаларҙа, болондарҙа, йылға үҙәндәрендә осрай; үҙҙәре ҡаҙған өңдәрҙә йәшәй йәки бурһыҡтарҙың, һыуырҙарҙың өңдәрен биләй. Ябай Т. респ. бөтә терр‑яһында, ҡарһаҡ Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостандың Урал алдының көньяҡ өлөшөндә таралған. Сысҡан кеүек кимереүселәрҙе юҡ итәләр, ҡотороу ауырыуын таратыусылар. Һунар объекты.

Л.А.Едренкина

Тәрж. Г.А.Миһранова