“ТӨҘӨҮСЕ”, Башнефтезаводстрой” тресының футбол командаһы. 1959—76 йй. Өфөлә “Хеҙмәт” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы эргәһендә эшләй. “Т.” — СССР кубогының финал этабы уйындарында (1959) һәм РСФСР чемпионатында (1965) ҡатнашыусы, “А” класындағы 2‑се төркөм СССР чемпионаты зона турнирының бронза призёры (1966), “Олимпия” (Польша, 1960), “Трансвааль” һ .м “Минерул” (икеһе лә — Румыния, 1961), “Ахли” (Сүриә, 1969), “Штадтвертке” (ГФР, 1973) командалары м‑н халыҡ‑ара иптәштәрсә матчтар еңеүсеһе. “Т.” командаһындағы футбол б‑са ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе В.А.Старков “Заря” командаһы (Ворошиловград ҡ.) составында СССР чемп. була (1972).

О.Г.Шухардин

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина