“ТӨҘӨҮСЕ”, стадион, муниц. учреждение. Өфөлә урынлашҡан. 1959 й. “Башнефтезаводстрой” тресының “Т.” стадионы булараҡ асыла, 1993 й. алып муниц. учреждение, 2001 й. — Ҡадиров Ғ. ис. спорт клубы стадионы, 2002 й. — “Т.” спорт комплексы ЯСЙ, 2008 й. — “Өфө-Спидвей” ЯСЙ‑ның “Т.” стадионы, 2011 й. хәҙ. статусын ала. Футбол майҙаны (100х65 м), трибуналары (8 мең урынлыҡ), шлак һибелгән футбол майҙаны (100х57 м), спорт залы (39х6 м), тиры, бура һуғыу майҙансығы, картодромы һ.б. бар. “Т.” базаһында Ҡадиров Ғ. исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге, 26-сы СДЮСШОР эшләй. Стадионда футбол б‑са СССР (1959—76) һәм Рәсәй (1992—95) чемпионаттары матчтары, РСФСР һәм Япония йыйылма командалары араһында иптәштәрсә матч (1965); боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са донъя чемпионаттары финалдары (1966—68, 2004, 2007, 2009, 2012) һәм ярым финалдары (1969—74, 1976, 1978, 2002, 2005), Европа чемпионаттары финалдары (2003, 2010, 2013, 2016), күп тапҡыр 1962 й. башлап СССР, РСФСР, Рәсәй чемпионаттары һәм кубоктарының һайлап алыу һәм финал ярыштары үткәрелә.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина