“ТОРОС”, стадион. Нефтекама ҡ. урынлашҡан. 1981 й. Нефтекама автозаводының “Торпедо” стадионы булараҡ асыла, 2002 й. алып «“Торос” хоккей клубы» авт. коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының “Т.” стадионы, 2007 й. башлап “Физкультура йорто” МУП‑ы составында (1977 й. төҙөлгән). Футбол майҙаны (75х53 м), трибуналары (10 мең урынлыҡ), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м) һәм трибуна аҫты бинаһында манежы (115 м), оҙонлоҡҡа һикереү өсөн 2 секторы, ауыр атлетика (23х9 м) һәм тренажёр (12х4 м) залдары бар. “Физик культура йорто”нда бассейн (25х14 м), аэробика (17х6 м), спорт (42х18 м), өҫтәл теннисы (11х6 м), тренажёр (17х5 м), фитнес (18х5 м) залдары, 2 тергеҙеү үҙәге һ.б. урынлашҡан. Ауыр атлетика, волейбол, дзюдо, еңел атлетика, самбо, футбол бүлектәре булған Физик культура, спорт һәм туризм б‑са ҡала ком‑ты ДЮСШ эшләй. 2006 й. алып волейбол б‑са 2‑се лига, 2009 й. — 1‑се лига Рәсәй чемпионаты матчтары, 1994 й. башлап йыл һайын грек‑рим көрәше б‑са Р.Ғ.Нуртдинов иҫтәлегенә респ. үҫмерҙәр турниры үткәрелә; боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са 2007 й. һәм 2016 й. Рәсәй кубоктары финалдары, 2014 й. БР Мотоцикл федерациһының асыҡ халыҡ‑ара кубогы, 2016 й. Рәсәй шәхси чемпионат ярым финалы уҙғарыла.

А.М.Ғәлиханов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018