“ТОЛПАР”, ат спорты комплексы, муниц. авт. учреждение. БР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ҡаран а. урынлашҡан. 1976 й. М.Ғафури ис. к‑з эргәһендә асыла, 1999 й. алып балалар‑үҫмерҙәр ат спорты комплексы, 2002 й. — ат спорты комплексы, МУАХП, 2011 й. хәҙ. статусын ала. Ат сабыштырыу юлы (990 м), конкур майҙаны (80х60 м), ябыҡ манежы (60х20 м), ат өйрәтеү өсөн асыҡ манежы (60х20 м), өсбәйге өсөн трассаһы (2400 м), 115 аранға ат һарайы, кәртә аҙбарҙары (аттарға асыҡ һауала йөрөү өсөн яһалма кәртәле участка) һ.б. бар. “Т.” базаһында ат спорты б‑са ДЮСШ эшләй. Спорт комплексында “Көньяҡ Урал кубогы” Рәсәй беренселектәре үтә (2006—07, 2009) , йыл һайын респ. ярыштары уҙғарыла.

М.М.Мордвинова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина