ТОКСИНДАР (гр. toxicon — ағыу), тере организмдарҙың физиол. функцияларын тотҡарлауға һәләтле бактерия, үҫемлек йәки хайуандарҙан барлыҡҡа килгән биологик актив матдәләр. Микроорганизм Т. (бактериялар, вирустар һ.б.), мико‑ (бәшмәктәр), фито‑ (үҫемлектәр), зоо‑ (хайуандар), эндотоксиндар (бөйөр, бауыр һ.б. функциялары боҙолоуынан барлыҡҡа килеп ағыуланыу тыуҙыралар) һ.б.; организмға тәьҫир итеү тибы б‑са һайланма системаларға (нейро‑, кардио‑, миотроп һ.б.) һәм дөйөм токсик тәьҫирле төрҙәргә айырыла. Кеше өсөн 5 мең төргә яҡын ағыулы хайуан, 10 меңдән ашыу ағыулы үҫемлек һәм 70‑кә яҡын ағыулы бәшмәк төрлө ағыулылыҡҡа эйә. Т. кеше организмына тирегә ҡағылғанда, быуҙар, аэрозолдәр һулағанда, тешләнгәндә (йыландар, үрмәксе һымаҡтар һ.б.), аҙыҡ продукттарын тотонғанда (ботулизм, ағыулы бәшмәктәр м‑н ағыуланыу һ.б.) һ.б. ваҡытта тәьҫир итә. Ағыуланыу һөҙөмтәләре: аллергик, анафилактик реакциялар, нейротоксикоздар, ҡан системаһының зарарланыуы һ.б. Күп кенә инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы иммунитет булдырыр өсөн вакциналар составында файҙаланылған һәм Т. антиген үҙенсәлектәрен һаҡлаған анатоксиндар алыу өсөн медицинала һәм ветеринарияла ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. башлап “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында бактериаль анатоксиндар һәм улар нигеҙендә вакциналар эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. Медицина университетында Т. тәьҫирендә килеп сыҡҡан патологик хәлдәрҙе һәм ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдары эшләнә һәм камиллаштырыла (ҡара: Токсикология).

Г.Г.Максимов, З.С.Тереғолова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018