ТОЙҒОНОВ Марсель Марат улы (19.12.1970, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1993). 1994—95 йй. “Сая” пр‑тиеһында (Өфө) эшләй, 2003 й. алып “Иммунопрепарат” пр‑тиеһының Фән һәм технологиялар департаментында фән б‑са дир. урынбаҫары, 2007 й. — БР Хөкүмәте аппаратында (2008 й. башлап бүлек мөдире), 2009—10 йй. БР‑ҙың “Башфармация” ДУП‑ында ген. дир., бер үк ваҡытта 1998 й. алып БДМУ‑ла (2014 й. башлап микробиология, вирусология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге микробиология, иммунология, биотехнология, лаб. диагностика проблемаларына, дарыу һәм диагностика препараттары эшләүгә арналған. Т. ҡатнашлығында Citrobacter diversus 256, Citrobacter freundii 255, Escherichia coli ГИСК 251 һ.б. бактерияларҙың штамдары, “хужа—патоген” системаһында шартлы патоген микроорганизмдарҙың (энтеробактериялар) үҙ‑ара молекуляр‑генетик тәьҫир итешеү үҙенсәлектәре өйрәнелә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина