ТИРЕҪ ҠУҢЫҘҘАРЫ, ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бер нисә ярым ғаиләне (геотруптар, копрҙар, скарабейҙар һ.б.) үҙ эсенә алған бөжәктәр төркөмө. 12 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 20 төрө бар: ябай Т.ҡ., көмрө Т.ҡ., айлы копр һ.б. Кәүҙә оҙонлоғо 3—30 мм, ҡабарынҡы, яланғас йәки төклө һәм тәңкәле. Төҫө тоноҡ һары, йәшел, ҡыҙыл, күк, шәмәхә, ҡара, металл кеүек ялтыр. Башы ҙур түгел, башында һәм арҡаһының алғы өлөшөндә, башлыса ата бөжәктәрҙә, үҫентеләр һәм мөгөҙҙәр бар. Ауыҙ аппараты сәйнәй торған. Өҫкө ҡанаттары ғәҙәттә бураҙналы, күпселек Т.ҡ. артҡы ҡанаттары үҫешкән. Аяҡтары ҡаҙа торған, алғы аяҡтарының тәпәйҙәре — 2, артҡыларыныҡы 1 тырнаҡлы. Йомортҡалары аҡ төҫтә, овал, башлыса имеҙеүселәрҙең тиҙәгенә һалына. Ҡарышлауыҡтары йыуан, С формаһында бөгөлгән, ҙур башлы, яңағы һәм аяҡтары яҡшы үҫешкән; тиреҫтә, ҡайһы бер төрҙәрҙеке (мәҫ., урман Т.ҡ.) ҡойолған сереп ятҡан япраҡтарҙа үҫешә. Ерҙә йәки ерҙән яһалған ҡуҙыла ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары асыҡ, аҡ йәки һары төҫтә, ҡуңыҙға әүерелер алдынан ҡараялар. БР шарттарында йылына 1—2 быуын үҫә. Оло ҡуңыҙҙар йәки ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Оло ҡуңыҙҙар тиреҫ, һирәгерәк хайуандарҙың емтеге м‑н туҡлана, ҡайһы бер төрҙәре туҡланмай, ҡарышлауыҡтары тиреҫ м‑н туҡлана. Бөтә ерҙә таралған. Т.ҡ. эшмәкәрлеге тупраҡ яһалыу процесына булышлыҡ итә, ҡайһы бер төрҙәре — гельминттарҙың ваҡытлы хужалары.

 

М.Ғ.МиһрановТәрж. Г.А.Миһранова