ТИРЕ‑ВЕНЕРОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ, дәүләт авт. һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Енси юл м‑н таралған тире ауырыуҙарын һәм инфекцияларын иҫкәртеү, дауалау б‑са Башҡортостандың төп махсус мед. учреждениеһы булып тора. Өфөлә урынлашҡан. Т.‑в.д. составына 280 койкаға иҫәпләнгән 5 стационар бүлексә, консультация‑диагностика поликлиникаһы, түләүле мед. хеҙмәттәре бүлексәһе (икеһе лә көнөнә 120 кеше ҡабул итә) һ.б. инә. 2011 й. 61 табип һәм 87 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; стационар ярҙам 4,4 меңдән ашыу, консультация ярҙамы 62,6 меңдән ашыу пациентҡа күрһәтелгән. 1920 й. 2‑се совет дауаханаһының тире‑венерология бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1930 й. алып Башҡ‑н тире‑венерология ғилми‑тикшеренеү ин‑ты, 1965 й. башлап хәҙ. статусын һәм 1‑се Респ. тире-венерология диспансеры исемен йөрөтә. Т.‑в.д. м‑н М.М.Ғафаров, А.И.Картамышев, М.М.Кузнец, Г.С.Максимов, Е.А.Медведева, С.М.Трайнин, Х.С.Фәхретдинова, З.Р.Хисмәтуллина, Э.В.Чистякова, А.К.Якубсон һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Б.Ғ.Латипов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.