АРЫҪЛАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Муса а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 10 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Эләңке й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 508 кеше; 1959 — 385; 1989 — 165; 2002 — 341; 2010 — 209 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1920 й. һәм 1925 й. араһында Өфө кантонында нигеҙ һалына. 1925 й. 87 йорт теркәлгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке