ТИРЕ ҠУҢЫҘҘАРЫ (Dermestidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 800 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 20 төрө бар: келәм Т.ҡ., һаҫығүлән Т.ҡ., сыбар Т.ҡ. һәм башҡалар. Кәүҙәһе цилиндр формаһында йәки овал, оҙонлоғо 2—12 мм. Төҫө ҡарағусҡыл көрән йәки ҡара, ғәҙәттә сыбар һүрәтле. Ҡанаттары өҫтөндә нәҙек бураҙна бар. Башы ҙур түгел, күкрәк алдына инеп тора. Мыйыҡсалары ҡыҫҡа, суҡмар формаһында. Арҡаһының алғы өлөшө ҡабарынҡы. Аяҡтары 5 быуынтыҡлы. Йомортҡалары һөт кеүек аҡ төҫтә, аҙаҡтан һарғая, оҙонлоғо 0,27—2,1 мм; Т.ҡ. туҡланған субстратҡа йәки ярыҡтарға һалына. Ҡарышлауыҡтары хәрәкәтсән, оҙонлоғо 1,5— 17 мм, хитинлашҡан, ҡойроҡ барлыҡҡа килтергән оҙон төктәре бар. Ҡурсаҡтарының оҙонлоғо 1,4—12 мм. Ҡабыҡ аҫтарында, ағас ҡыуыштарында миҙгел эсендә 2 һәм артығыраҡ быуын үрсей. Ҡуңыҙҙар — көндөҙ (ҡайһы берҙәре эңерҙә), ҡарышлауыҡтары тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Йәшерен йәшәү рәүеше алып бара. Умыртҡаһыҙҙарҙың мәйете һәм үҫемлек (ш. иҫ. һеркә м‑н) аҙығы м‑н туҡлана. Кеше йәшәгән урындар янында, урмандарҙа йәшәй. Күп төрҙәре (ит Т.ҡ., мех Т.ҡ. һ.б.) тирене, йөндө, ҡайһы берҙәре (музей Т.ҡ.) зоол. коллекцияларҙы, гербарийҙарҙы зарарлай. Капр ҡуңыҙы — иген культураларының ҡоротҡосо.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова