ТИРЕ АУЫРЫУҘАРЫ, тире, уның өҫтәмәләре (тырнаҡ, сәс) һәм күҙгә күренгән лайлалы тиресәләре ауырыуҙарының төркөмө. Башлыса эске (эске ағзалар ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы, эндокрин, иммун, үҙәк һәм периферик нервы системаларының функциялары боҙолоу һ.б.), тышҡы (физик, химик, бактериологик һәм вирус ярһытҡыстары, үҫемлек һәм хайуан паразиттары) һәм нәҫелдән килгән факторҙар тәьҫирендә барлыҡҡа килә. Т.а. үҫешенә иммунитеттың түбәнәйеүе, витаминдар етешмәүе, стресс, аллергия һ.б. булышлыҡ итә. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре һәм клиник сағылышына бәйле ваҡ эренле (пиодермиялар, стафило‑ һәм стрептодермиялар һ.б.), вируслы (ябай һәм уратма герпес, контагиоз моллюск һ.б.), бәшмәкле (микроспория, трихофития, кандидоз, микоздар һ.б.), паразитар (демодекоз, педикулёз, ҡысынма һ.б.) Т.а., нейродерматоздар (кесерткән биҙгәге, таралған нейродерматит, ҡысытма һ.б.); ҡыуыҡлы дерматоздар (Дюринг ауырыуы, күп формалы экссудатив эритема, ҡыуыҡсалар ауырыуы һ.б.), генодерматоздар (буллёзлы эпидермолиз, ихтиоз, нейрофиброматоз һ.б.), тиренең ябай һәм яман шештәре (тире рагы, меланома, папиллома һ.б.), экзема, дерматиттар, тиренең һөнәр иауырыуҙары һ.б. айырыла. Т.а. йоғошло һәм йоғошһоҙ, тыумыштан һәм тормошта барлыҡҡа килгән төрҙәре була, киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә, тиренең йыш ҡына ҡысытыу, әрнетеү м‑н барған төрлө үҙгәрештәрендә сағыла. Күпселек Т.а. ауырыуҙың башланғыс стадияһына хас булған беренсел (тап, папула, төйөрсөк, төйөн, ҡыуыҡса, ваҡ эрен, күберсек) һәм беренсел элементтар эволюцияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән икенсел (ҡауаҡ, ҡутыр, эрозия, сей яра, бирсә, ярылсыҡ, лихенификация, вегетация һ.б.) элементтар рәүешендәге тире үҙгәрештәре хас. Диагностика өсөн клиник, инструменталь һәм лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Т.а. дауалау: медикаментоз (тышҡы һәм эске сараларҙы берләштереү), физиотерапевтик, хирургик, шифахана‑курорттарҙа дауаланыу, диетотерапия, фитотерапия, психотерапия һ.б. тәҡдим ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: эритродермия, күпселек ағзалар зарарланыу, сепсис, микст‑инфекция ҡушылып китеүе һ.б. Иҫкәртеү өсөн диспансерлаштырыу, йоғошло Т.а. булған сирлеләрҙе изоляциялау, һөнәри Т.а. иҫкәртеү өсөн сәнәғәт пр‑тиеларында зарарлы факторҙарҙы бөтөрә торған санитария‑гигиена саралары үткәрелә, халыҡ араһында санитария-ағартыу эше алып барыла. Башҡортостанда 100 мең кешегә тире һәм тире аҫты күҙәнәкле туҡыма ауырыуҙары булған сирлеләр түбәндәгесә теркәлгән: 2007 й. — 8920,0; 2009 — 8718,7; 2011 — 8277,9 кеше. БР‑ҙа Т.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү мәсьәләләре Медицина университетында, Аграр университетта һәм Тире‑венерология диспансерында өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Дерматовенерология.

Әҙәб.: Основы дерматовенерологии: учеб. пособие /М.М.Гафаров [и др.]. Уфа, 2008.

А.Д.Алейникова, М.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина