ТИМОФЕЕВ Борис Михайлович (21.11.1967, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1993). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ю.П.Гомоляко). “Авангард” (Өфө; 1989 й. алып) һәм “Салауат Юлаев” (1991—2000; тренеры Р.Ғ.Ишмәтов) командаларында уйнай. Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы Кубогын яулаусы (1994), Милләт‑ара хоккей лигаһы (1995—96) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының бронза призёры, “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәз. призына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1993). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—94).

Тәрж. М.Н.Моратшина 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018