ТИМЕРБУЛАТОВ Мәхмүт Вил улы (24.1.1974, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2004), БР ФА проф. (2016). В.М.Тимербулатовтың улы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ эшләй (2010 й. алып колопроктология курсы м‑н факультет хирургияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы, ҡорһаҡ арты арауығы ағзаларының ауырыуҙары һәм зарарланыуы ваҡытында лапароскоп ярҙамында һәм ағзаларҙы һаҡлап ҡалған операциялар яһау ысулдарын эшләүгә, йыуан эсәк ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау алымдарын камиллаштырыуға арналған. Т. ҡатнашлығында талаҡтың, бөйөр өҫтө биҙҙәренең зарарланыуы һәм ауырыуҙары ваҡытында уларҙы һаҡлап ҡалған һәм эндохирургик операция ысулдары, үт юлдары декомпрессияһын бөтөрөүҙә операция алымдары һ.б. эшләнә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 36 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2007), БР ФА‑ның Ғ.Х.Ҡоҙаяров ис. пр. (2000) лауреаты.

Х е ҙ м.: Ишемически‑реперфузионные механизмы развития эрозивно‑язвенных поражений гастродуоденальной зоны. Уфа, 2004 (авторҙ.); Хирургия абдоминальных повреждений. М., 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018