ТИМЕРБУЛАТОВ Вил Мәмил улы [1.6.1952, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], хирург. РФА‑ның (2014), Рәсәй мед. ФА‑ның (2005) мөхбир ағзаһы, БР ФА акад. (2009), мед. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999), РФ‑тың (2005), БР‑ҙың (1991), Ингушетия Респ. (2009) атҡ. табибы, РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Благовещен ҡ. үҙәк дауаханаһында, Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1982 й. алып БДМУ‑ла: 1988 й. башлап өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тының эндоскопия курсы м‑н хирургия каф. мөдире, 1994–2011 йй. — ректор; бер үк ваҡытта 1991—94 йй. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы, 1993 й. алып Респ. эндоскопия үҙәге етәксеһе, 1995—2003 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы Вәкилдәр палатаһының Мәғариф, фән, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре б‑са ком‑ты рәйесе, 2008 й. башлап Рәсәй мед. ФА‑ның БФҮ–БР ФА‑ның Мед. фәндәре бүлеге акад.-секретары. Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ағзалары хирургияһы (ш. иҫ. миниинвазив һәм кисектергеһеҙ), колопроктология, хирургик инфекциялар мәсьәләләренә, йәбешмә ауырыуы, панкреатит, парапроктит, перитонит, сей яра ауырыуы, үт ташы ауырыуы, эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеге, йыуан эсәктең дивертикуляр ауырыуы һ.б. м‑н сирлеләрҙе диагностикалау, комплекслы дауалау һәм реабилитациялау ысулдарын эшләүгә арналған. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларын хирургияла диагностикалау һәм дауалауҙың юғары технологиялы миниинвазив ысулдарын эшләү б‑са ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. 900‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100‑ҙән ашыу уйлап табыу авторы. БР хирургтары ассоциацияһы президенты (1993 й. алып). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—4‑се саҡырылыш депутаты. 1999—2006 йй. БР‑ҙың Президент Советы ағзаһы. “Медицинский вестник Башкортостана” (“Башҡортостандың медицина хәбәрҙәре”) ж. баш мөхәррире (2006 й. алып). Рәсәй мед. ФА‑ның А.Н.Бакулев ис. пр. лауреаты (2004). “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2012) Халыҡтар дуҫлығы (2012), Салауат Юлаев (2007) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Профилактика гнойно‑септических осложнений в хирургии. М., 2003 (авторҙ.); Хирургия абдоминальных повреждений. М., 2005 (авторҙ.); Диагностика и лечение осложнённой дивертикулярной болезни ободочной кишки. М., 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина