ТИГЕҘ ҠАНАТЛЫ ТОМШОҠЛОЛАР (Homoptera), бөжәктәр отряды. 30 меңдән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда 5 ярым отрядҡа ҡараған 30‑ҙан ашыу төрө бар: аҡ ҡанатлы көйәләр, үлән талпандары (һурнастар һәм ҡалҡансыҡтар), япраҡ бөрсәләре, кебләләр, цикада һымаҡтар. Ҡанаттары үтә күренмәле, ярылы, тамырсыҡтары бар, алғылары — тығыҙыраҡ, тиресәле, артҡылары — ҙур түгел; ата ҡалҡансыҡтарҙыҡы юҡ, ҡайһы бер төрҙәре ҡанатһыҙ. Башы аҙ хәрәкәтләнеүсән, маңлайы ныҡ артҡа күскән. Күҙҙәре ҡатмарлы, аҙ хәрәкәтләнеүсән формаларҙа — ҙур түгел, хәрәкәтһеҙ формаларҙа — юҡ. Ауыҙ аппараты һура торған, оҙон быуынлы томшоғо бар. Аяҡтарында быуынтыҡтары аҙ. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле (енси һәм партеногенетик быуындарҙың сиратлашыуы м‑н ҡатмарландырылған). Т.ҡ.т. йомортҡа һалғысы бысҡы һымаҡ; йомортҡаларын йәш үренделәрҙең ҡабығы аҫтына, үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәренә һала. Ҡарышлауыҡтары үҫемлектәрҙә, һуңынан тупраҡта үҫә. Бер йыл эсендә 1— 12 быуын үҫешә. Ғәҙәттә йомортҡалары (мәҫ., япраҡ бөрсәләренең, кебләләрҙең, цикадаларҙың) ҡышлай. Көндөҙ һәм төндә әүҙем. Оло бөжәктәр һәм ҡарышлауыҡтары ағастарҙың, ҡыуаҡтарҙың һ.б. һуты м‑н туҡлана, был үҫемлектәрҙә оролар барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Т.ҡ.т. күп төрҙәре үҫемлек япраҡтарына баллы ысыҡ бүлеп сығара, был паразит бәшмәктәр үҫешенә килтерә, ҡайһы берҙәре үҫемлек ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙы таратыусылар, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары булып тора.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова