ТЕШ КАРИЕСЫ, тештәрҙең ҡаты туҡымаһы ауырыуы, был ваҡытта тештәр тарҡала (деминерализация һәм йомшарыу) һәм ҡыуышлыҡ барлыҡҡа килә. Эмаль, дентин, цемент, һүлпәнәйеп үтеүсе кариес, одонтоклазия һ.б. айырыла. Ауыҙ ҡыуышлығында бактериялар (стрептококтар, лактобациллалар һ.б.) эшмәкәрлеге продукты булған к‑талар тәьҫирендә барлыҡҡа килә. Т.к. үҫешенә углеводтарҙы артыҡ ҡулланыу, организмда витаминдар, фтор, кальций һәм фосфор тоҙҙары етешмәүе, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһын үтәмәү һ.б. булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Төп симптомдары: химик, механик һәм т‑ра ярһытҡыстары йоғонтоһонда ауыртыныу. Диагностика өсөн виталь буяу, люминесцент стоматоскопия, лазер флюорометрияһы, рентгенологик тикшеренеү үткәрелә. Дауалау: медикаментоз (реминерализациялау терапияһы) һәм хирургик (препарат яһау һәм пломбалау). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: пульпит, периодонтит, тешһеҙ ҡалыу. Иҫкәртеү: Т.к. үҫешенә булышлыҡ иткән факторҙарҙы бөтөрөү, диспансерлаштырыу. Башҡортостанда Т.к. таралышы: 6 йәшлек балаларҙа — яҡынса 89% (һөт тештәре), 12—15 йәшлектәрҙә — яҡынса 85%, 35—44 йәштәгеләрҙә — яҡынса 100%. Т.к. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. башлап Медицина университетында С.В.Чуйкин етәкс. алып барыла: БР‑ҙа ауырыуҙың эпидемиологик үҙенсәлектәре; уҡыусыларҙа (С.А.Гунаева, Л.И. Кашапова), ш. иҫ. ҡалала йәшәгән балаларҙа (Г.Г. Акатьева, Е.Г.Егорова) уның таралышы һәм көсәйеү кимәле; Т.к. иҫкәртеүҙә ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһының роле (Акатьева, Т.В.Снеткова һ.б.) өйрәнелә; ауырыуҙы дауалауҙың заманса ысулдарын индереү б‑са эштәр үткәрелә (Акатьева, Е.Ш. Мөхәмәтова).

С.В.Чуйкин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина