ТЕРПЕ БАЛЫҠ (Pungitius platygaster), терпе балығы һымаҡтар отрядының терпе балыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Төньяҡ Америкала, Африканың төньяғында, Азов, Каспий, Ҡара диңгеҙҙәрҙең сөсө участкаларында, Волга, Дон, Урал һ.б. йылғаларҙың түбәнге ағымында йәшәй. Кәүҙәһе уртаса оҙонлоҡта, орсоҡ һымаҡ, килһеҙ нәҙек ҡойроҡ һабағы бар, оҙонлоғо 3,5—5,5, ҡайһы берҙә 7 см тиклем, ауырлығы яҡынса 1 г. Йәшкелт көрән, ян‑яғы алтын төҫлө, ыуылдырыҡ сәсеү осоронда ата балыҡ ҡарая. Арҡа йөҙгөсө алдында кәкерсәк рәүешендә төрлө яҡҡа йүнәлтелгән 9 ҙур булмаған сәнскеһе бар. Ҡойроҡ йөҙгөсө йомро формала, ҡорһағыныҡы сәнскеләргә әүерелгән, тәңкәһе юҡ. Енси яҡтан беренсе йыл аҙағына өлгөрә. Апр.—июндә ыуылдырыҡ сәсә. Ата балыҡ һыу аҫты үҫемлектәренең һабаҡтарында, үҫемлек ҡалдыҡтарын, ҡом һәм ләмде лайла м‑н беркетеп, оя ҡора. Бер нисә инә балыҡ ыуылдырыҡтарын бер ояға һала. Ыуылдырығын өлөшләп, миҙгелгә 5—6 тапҡыр сәсә, үрсемлелеге 90—250 ыуылдырыҡ бөртөгө. Ыуылдырыҡ һалғандан һуң ата балыҡ тоҡомон һаҡлай. Башҡа балыҡтарҙың ыуылдырығы, бөжәктәр ҡарышлауығы, ваҡ ҡыҫала һымаҡтар, моллюскылар, үҫемлек планктоны м‑н туҡлана. Башҡортостанда Яҡтыкүлдә осрай.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.