ТЕРИОЛОГИЯ (гр. thēríon — йәнлек һәм ...логия), м а м м а л и о л о г и я, м а м м а л о г и я, зоологияның имеҙеүселәрҙе өйрәнгән бүлеге. Йәнлектәрҙең морфологияһын, систематикаһын, фаунаһын (ш. иҫ. ҡаҙылдыҡ), филогенияһын, экологияһын, ш. уҡ мед., а.х. һәм промыслалағы әһәмиәтен, һаҡлау, тергеҙеү һәм рациональ файҙаланыу мәсьәләләрен тикшерә. Башҡортостанда тәүге териологик тикшеренеүҙәр 18 б. 2‑се ярт. П.И.Рычков һәм П.С.Паллас, 19 б. И.И.Лепёхин, Н.В.Ремезов, Л.П.Сабанеев, И.А.Силантьев, Э.А.Эверсманн тарафынан үткәрелә. 20 б. 30‑сы йй. Ҡазанда Волга‑Кама зона һунарсылыҡ‑кәсеп биол. ст. булдырыу һәм Башҡ. дәүләт ҡурсаулығын (ҡара: Башҡорт ҡурсаулығы) ойоштороу хайуандарҙың айырым төрҙәрен, төркөмдәрен һәм уларҙың үҙ‑ара мөнәсәбәтен әүҙем өйрәнеүгә булышлыҡ итә. 40—80‑се йй. кимереүселәр (Ю.Т.Артемьев, В.Н.Большаков, А.М.Волков, Н.И.Ларина, П.А.Положенцев, Е.М.Снегиревская), һыуырҙың (М.Ғ.Баянов, А.В.Дёжкин, А.В.Едрёнкин, В.П.Теплов), бурһыҡтың (Р.З.Анамов, Л.А.Едрёнкина, Г.В.Ямалова), йофарҙың (Д.И.Асписов) экологияһы, таралыуы һәм промыслаһы, йылға ҡондоҙоноң Ағиҙел й. басс. реакклиматизацияһы (Н.Д.Григорьева, В.Б.Михайлов), Башҡортостандың Урал аръяғы, Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш макробитләүенең плиоцен һәм плейстоцен осорҙарында юҡҡа сыҡҡан имеҙеүселәрҙең һөйәк ҡалдыҡтары (Е.А.Кузьмина, В.П.Сухов, А.Г.Яковлев, В.Л.Яхимович һ.б.), ҡырағай тояҡлы һәм йыртҡыс хайуандарҙың морфол. үҙенсәлектәре, һан һәм миграция динамикаһы (Н.М.Гордиюк), ҡайһы бер имеҙеүселәрҙең төр составы, һан динамикаһы (Большаков, Едрёнкина, С.В.Кириков, В.А.Кузякин, В.А.Попов, С.С.Шварц һ.б.) тикшерелә. 80‑се йй. алып Башҡ. дәүләт ҡурсаулығында һоро айыуҙың экологияһы (М.Н.Косарев, А.В.Лоскутов һ.б.) һәм ярғанаттарҙың фаунаһы (Р.Ғ.Байтирәков), Башҡорт дәүләт университетында йыртҡыс имеҙеүселәр (Едрёнкин) өйрәнелә. Респ. Т. б‑са тикшеренеүҙәр Баянов тарафынан (1997) һәм “Башҡортостандың хайуандар донъяһы” (“Животный мир Башкортостана”; 1949, 1977, 1995) китабында дөйөмләштерелә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабын сығарыу Т. ҙур өлөш индерә. Шулай уҡ ҡара: Ҡиммәтле тиреле йәнлектәр, Һунар йәнлектәре.

Әҙәб.: К и р и к о в С.В. Птицы и млекопитающие в условиях ландшафтов южной оконечности Южного Урала. М., 1952; Б а я н о в М.Г. Зоологические исследования в Башкирии. Уфа, 1997; Г о р д и ю к Н.М. Взаимоотношения диких копытных животных и крупных хищников Южного Урала. Миасс. 2003.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018