ТЕРЕҒОЛОВ Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы (31.5.1891, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 4.3.1984, Өфө), терапевт. Тереғоловтар нәҫеленән. Мед. ф. д‑ры (1941), проф. (1941). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944), РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Өфө уҡытыусылар ин‑тын (1918), Мәскәү ун‑тын (1927) тамамлаған. 1918 й. алып Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡарғалы а. мәктәбе мөдире, 1922—26 йй. 5‑се татар мәктәбе дир., бер үк ваҡытта Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тында (икеһе лә — Мәскәү) уҡыта. 1932—72 йй. БДМИ‑ла: 1933 й. башлап уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1937—68 йй. эске ауырыуҙар пропедевтикаһы каф. мөдире; бер үк ваҡытта “Янғантау” шифаханаһының ғилми етәксеһе, 1943—50 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы. Фәнни эшмәкәрлеге курортологияға, йөрәктең ишемия ауырыуы, гипертония ауырыуы, нефть һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте эшселәренең һөнәри ауырыуҙары этиологияһына, дауалау һәм иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған. БДМИ‑ны һәм “Янғантау” шифаханаһын ойоштороусыларҙың береһе. 60 фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н берҙәм ғилми мед. йәмғиәте (1951—55), Башҡ‑н терапевтар йәмғиәте (1956—76) рәйесе. БАССР ЮС‑ының 4‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Т. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның исемендәге премия булдырылған.

Х е ҙ м.: Тёплая гора Янган‑Тау и её лечебное значение при заболеваниях суставов. Уфа, 1939; Курорты Башкирии. Уфа, 1968 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина