ТЕННИС, уртаһында сетка торған майҙансыҡта (кортта) туп һәм ракеткалар м‑н спорт уйыны. Яңғыҙ (ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар) һәм парлы (ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш) ярыштар айырыла. Башҡортостанда Т. үҫеше Өфөлә 1910 й. Видинеев баҡсаһында (ҡара: Аксаков С.Т. исемендәге баҡса) һәм Ушаков паркында (ҡара: Ленин В.И. исемендәге парк) тәүге корттарҙың асылыуына бәйле. 1923 й. Т. 1‑се Бөтә Башҡ‑н олимпиадаһының программаһына индерелә. 1928 й. БАССР йыйылма командаһы беренсе тапҡыр Т. б‑са ярыштарҙа РСФСР‑ҙың авт. республикалары һәм өлкәләре спартакиадаһында ҡатнаша. 1977 й. Өфөлә Т. һарайы төҙөлә. Өфөлә РСФСР чемпионаты (1979), Рәсәй кубогы финалы (2008), “Теннислы Европа” серияһының халыҡ‑ара турниры, үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында Европа команда кубогының зона ярыштары (икеһе лә — 2012), Салауат ҡ. 1984 й. алып йыл һайын Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр турниры, Өфөлә 1995 й. башлап Н.Л.Рогова иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр турниры, 2007 й. — Рәсәй команда беренселеге үткәрелә. Респ. Т. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — В.Н.Павлов (1976). Халыҡ‑ара ярыштарҙа А.Г.Черкасов юғары ҡаҙаныштарға ирешә. Т. б‑са респ. СДЮСШОР командаһы — спорт мәктәптәре араһында (1993, 1995), БР йыйылма командаһы — ҡыҙҙар (2004, 2009) һәм үҫмерҙәр (2011, 2015) араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе. БР тенниссылары араһында: Е.В.Чалова — Рәсәйҙең абс. чемп., О.В.Шкундина — Европа беренселегенең бронза призёры (икеһе лә — 2008), П.И.Монова — ҡатнаш (2011) һәм парлы (2014—15) разрядтарҙа Рәсәй чемп., А.Н.Савельев — ҡатнаш разрядта Рәсәй чемп. (2011), А.И.Сәйетгәрәев — инвалид коляскаһында Т. б‑са ирҙәр араһында Рәсәй чемп. (2015) һәм үҫмерҙәр араһында Донъя команда кубогын яулаусы (2014). Респ. теннис буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, Өфөлә (3) һәм Нефтекама ҡ. (1) Т. клубтары, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. секциялары (4 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә; 2016) бар. 1968 й. алып БР Т. федерацияһы эшләй.

Ф.Н.Хафизов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.