ТЕННИС БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1986 й. теннис б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Мәктәптә 500‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 17 уҡытыусы‑тренер эшләй (2016). 3 спорт (14х8 м; 14х8 м; 12х6 м) һәм тренажёр (5х5 м) залдары, 120 урынлыҡ трибуналы 2 һәм 250 урынлыҡ — 5 ябыҡ, ш. уҡ 4 асыҡ теннис корты бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Г.Черкасов һәм Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастерҙары А.В.Дерепаско, Ю.Е.Лютрова. 12‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Мәктәп м‑н Н.Л.Рогова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ф.Н.Хафизов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018