ТЕЛЯТНИКОВ Иван Александрович (13.12.1929, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Түб. Әүжән‑Петровск Заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Түб. Әүжән а., — 10.8.1996, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. канд. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре. Троицк ветеринария ин‑тын тамамлағандан һуң (Силәбе өлк., 1959) Бөрө район ветеринария дауаханаһының, 1961 й. алып Бөрө тәж.‑производство хужалығының ветеринар врачы. 1962 й. башлап Өфө р‑нында: “Дмитриевка” с‑зының өлкән ветеринар врачы, 1963 й. алып “Өфө” с‑зының баш ветеринар врачы. 1964—66 йй. БАССР А.х. министрлығының ветеринария бүлегендә өлкән ветеринар врач. 1967 й. башлап Ҡазан ветеринария ин‑тында, 1978—88 йй. БАХИ‑ла (өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малдарының хирургик ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау мәсьәләләренә, ветеринария инструменттары һәм приборҙарын (универсаль магнитлы зонд һ.б.) эшләүгә һәм индереүгә арналған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Бескровный способ кастрации. М., 1968 (авторҙ.); Результаты обследования сетки крупного рогатого скота магнитными зондами разной конструкции. Уфа, 1978.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018