ТЕЛЕНОМУСТАР (Telenomus), яры ҡанатлылар отрядының йомортҡа ашаусылар ғаиләһенә ҡараған бөжәктәр заты. Бер нисә йөҙ төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа левискулус Т. — балдаҡлы ебәк күбәләге йомортҡаларының паразиты йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 1 мм. Кәүҙәһе ҡара төҫтә. Инә бөжәктәрҙең мыйыҡтары суҡмар рәүешле, аталарыныҡы — еп һымаҡ. Йомортҡаларын хужа бөжәктең йомортҡаһы эсенә һалалар. Осло сәйнәгесле һәм ҡойроҡ өҫтәмәле ҡарышлауыҡтары хужа йомортҡаһында яҡынса 11 ай була (ебәк күбәләгенең эмбрионын боҙа). Ҡурсаҡҡа әүерелеп бөтмәгән формалар ҡышлай. Яҙын йомортҡа ашаусылар сатыр һымаҡтар һәм роза һымаҡтарҙың таты м‑н туҡлана, сөнки улар өҫтәлмә аҙыҡҡа мохтаж була. Бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Көндөҙ әүҙем. Хужа бөжәк йәшәгән урындарҙа осрай. Зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләй. Левискулус Т. балдаҡлы ебәк күбәләге м‑н көрәшеү өсөн ҡулланыла.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова