АРЫҪЛАН, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙаш й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1768 кеше; 1920 — 1555; 1939 — 1266; 1959 — 822; 1989 — 535; 2002 — 502; 2010 — 482 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Ҡанлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1795 й. 50 йортта 262 кеше йәшәгән, 1865 й. 185 йортта — 1090 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ҡаба яһау, мейес сығарыу, быйма баҫыу, тире эшкәртеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище булған. В.К.Ғәйнуллин, Р.Р.Фаязов ошо ауылда тыуған.

Р.Й.Ғәҙелшина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке