ТЕЙЕН (Sciurus vulgaris), тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 20—30 см, ауырлығы 300—600 г (ҡайһы берҙә 1 кг тиклем). Йөнө йәйен ерән, ҡышын һоро төҫтә. Башы йомро, күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡолаҡ остарында суҡтары бар. Артҡы аяҡтары алғыларына ҡарағанда оҙонораҡ. Ҡойроғо оҙон (30 см тиклем), яҫы, һикергәндә руль булып хеҙмәт итә. Полигам. Енси яҡтан 9— 12 айҙа өлгөрә, йылына 2 (ҡайһы берҙә 3) тапҡыр 3—10 бала тыуҙыра. 10 йылға тиклем йәшәй. Иртән һәм көндөҙ әүҙем. Ағас һәм ҡыуаҡлы үҫемлектәрҙең орлоғо, имән сәтләүеге, еләк һәм бәшмәк м‑н туҡлана. Ҡышҡылыҡҡа запас әҙерләй. Ағас ҡыуыштарында һәм ояларҙа (гайналарҙа) йәшәй, БР‑ҙың бөтә терр‑яһында урман һәм парктарҙа осрай. Ҡиммәтле тиреле һунар объекты.

 

 

А.В.Едрёнкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.