ТВЕРЯКОВ Игорь Львович (11.4.1960, Бөрө ҡ.), тренер. Йөҙөү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1999) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (2007). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). Волгоград физик культура ин‑тын тамамлаған (1982). 1977 й. алып 18‑се СДЮСШОР‑ҙа (Өфө) эшләй: уҡытыусы‑тренер, 1993—2013 йй. директор. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Ғиззәтуллин, О.В.Савченко, А.А.Строкин, Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры М.С.Зимин, ш. уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Александр Невский (2013), Почёт (2010), Дуҫлыҡ (2006) орд., 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2002) м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.