ТАЯНОВИЧ Вениамин Игоревич (6.4.1967, Өфө), спортсы. Йөҙөү б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1986), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1992). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (Силәбе ҡ., 2006). 18‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары О.В. Михайлова, Н.П.Самойлов), 1985—92 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Һамар ҡ.; тренеры Г.Г.Турецкий). Олимпия уйындарының чемп. һәм көмөш призёры (1992). Европа чемп. (2 тапҡыр, 1991), донъя чемпионаттарының көмөш (1991) һәм бронза (1986, 1991) призёры, Изге ихтыяр уйындарының көмөш призёры (1986; 2 тапҡыр, 1990), Европа чемпионатының бронза призёры (1987), 100 һәм 200 м аралыҡҡа ирекле стиль м‑н йөҙөүҙә күп тапҡыр СССР чемпионы. 4х200 м эстафетала донъя һәм Олимпия уйындары (1992), 200 м ирекле стиль м‑н йөҙөүҙә СССР (1991) рекордсыһы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1985—92).

Тәрж. М.Н.Моратшина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.