ТАШ ЙЫЛАНЫ (Elaphe dione), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Евразияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см тиклем, һомғол, ян‑яғында — шыма, арҡаһында бер аҙ ҡырлы ҡау м‑н ҡапланған. Арҡаһы һорғолт йәки һорғолт көрән төҫтә, кәүҙәһе буйлап бер аҙ күренгән көрән төҫтәге 4 буй һыҙаты бар, ҡорһағы һорғолт төҫтә, ҙур булмаған көрән һәм ҡара таплы. Башы муйынынан аҙ айырылған, күҙҙәренең алғы ситтәре араһында дуға рәүешле һүрәт бар, уның артынан муйынында 2 ҡара һыҙат булып дауам иткән ҡатмарлы семәр килә. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Енси яҡтан 3 йылда өлгөрә. Инә йылан 5—16 йомортҡа һала, яҡынса 30 көн баҫа, балалары сент. сыға. Көндөҙ әүҙем. Кимереүселәрҙең өңөндә, таш аҫтында, ағас тамырҙары араһында ҡышлай. Кеҫәрткеләр, кимереүселәр, тәлмәрйендәр, ваҡ ҡоштар, уларҙың йомортҡалары һәм себештәре м‑н туҡлана. Т.й. ағыулы түгел, ҡорбанын быуа һәм, төкөрөгө м‑н яҡшылап сылатып, йота. Хәүеф тыуғанда ҡуласа булып урала, өҙөк тауыштар сығарып, ҡойроҡ осо м‑н ергә һуға. Яҡшы йөҙә һәм сума, урман, дала, баҡса, ташлы битләүҙәрҙә йәшәй. Респ. көньяғында (Баймаҡ, Хәйбулла р‑ндары) осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.