ТАХИНДАР (Tachinidae), ике ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 20‑нән ашыу төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 3 — 20 мм. Кәүҙәһе ҡарағусҡыл һоро төҫтә, ҡуйы ҡаты төктәр м‑н ҡапланған. Башы йомро, хәрәкәтсән, эре фасеткалы күҙҙәре бар. Мыйыҡсалары ҡыҫҡа, 3 быуынтыҡлы, 3‑сө быуынтығында төгө бар (ян‑яҡтан ҡыҫылған). Ауыҙ аппараты ялай торған. Күкрәк бүлеге 3 сегменттан тора, ҡанаттары өсөн терәк булып хеҙмәт итә. Алғы ҡанаттары киң, ярылы, артҡылары бызылдағысҡа әүерелгән. Аяҡтары йөрөүсе, 5 быуынтыҡлы тырнаҡлы тәпәйҙәре бар, тырнаҡтарының төбөндә 2—3 йәбешкән яҫтыҡсаһы була. Ҡорһағы 5—9 сегменттан тора (инә бөжәктәрҙә һуңғылары — эске йомортҡа һалғыс, ата бөжәктәрҙә копулятив аппарат барлыҡҡа килтерә). Үҫеше тулы әүерелешле. Йомортҡаларын тупраҡҡа, үҫемлек япраҡтарына, табышының тәне өҫтөнә йәки, япмаларын тишеп, уның эсенә һала. Ҡайһы бер төрҙәре тере бала тыуҙыра. Т. ҡарышлауыҡтары — эндопаразиттар, төрлө төрҙәрҙә 3 тәүлектән 3 аҙнаға тиклем үҫешә. Баш капсулаһы редукцияға бирелгән, ауыҙ ырғаҡтары ғына һаҡланған. Ҡарышлауыҡ тиреһе ҡурсаҡланғанда сиселмәй, мискә формаһын ала һәм, пупарий барлыҡҡа килтереп, ҡата. Ҡурсағы ирекле, тупраҡта 8 тәүлектән алып 6 аҙнаға тиклем үҫешә. Йылына 1 быуын бирә. Ҡояш яратҡан бөжәктәр, урман аҡландарында, урман ситтәрендә, һыу ятҡылыҡтары янында осрай. Сәскәле үҫемлектәрҙең таты, баллы ысыҡ м‑н туҡлана. Т. күп зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләй, ҡайһы бер төрҙәре колорадо картуф ҡуңыҙы, парһыҙ ебәк күбәләге һ.б. м‑н көрәштә ҡулланыла.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова