ТАУЫҠ ҺЫМАҠТАР (Galliformes), ҡоштар отряды. 7 ғаиләһе (1‑һе юҡҡа сыҡҡан), яҡынса 270 төрө билдәле. БР‑ҙа ҡор һәм фазандар ғаиләһенә ҡараған 6 төрө бар. Ултыраҡ йәки күсеп йөрөүсе, һирәк осраҡта күсәр, ваҡ (бүҙәнә, кәүҙә оҙонлоғо 18 см тиклем, ауырлығы 70—155 г), уртаса (ата ҡор 55 см тиклем, 900—1500 г) һәм эре (ата һуйыр 87 см тиклем, 2,7—5,1 кг) ҡоштар. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡаты, мамығы юҡ; ҡауырһындарында ян‑яҡ өҫтәмә олоно бар. Төҫтәре төрлө: ерән, сыбар һоро (бүҙәнә), ерәнһыу һәм аҡ (сел) йәки көрән (һоро ағуна) м‑н һоро, ҡорһағында аҡ таптары булған ҡара (һуйыр), күк һәм шәмәхә төҫөндәге ялтыр ҡара (ата ҡор), ерән, аҡ һәм һоро (инә ҡор). Башы ҙур түгел, муйыны ҡыҫҡа. Суҡышы бер аҙ ҡабарынҡы, йыуан һәм ҡыҫҡа, ситтәре ҡайсы һымаҡ ҡырҡа торған. Ҡанаттары ҡыҫҡа, киң, түңәрәкләнгән. Аяҡтары уртаса оҙонлоҡта, көслө; ҡыҫҡа бармаҡтары һәм тырнаҡтары аҙыҡ эҙләгәндә ерҙе типкеләр өсөн яраҡлаштырылған. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар эрерәк һәм сағыуыраҡ төҫтә. Полигам, ҡайһы бер төрҙәре (мәҫ., аҡ ағуна, һоро ағуна, сел) — моногам. Ерҙә ҙур булмаған соҡорҙа оя ҡора. Ояла 2—25 йомортҡа була. Инә ҡош 17—20‑нән алып (бүҙәнә) 22—30 (һуйыр) көнгә тиклем баҫа. Башлыса үҫемлек һәм бөжәктәр м‑н туҡлана. Урман, дала, болон, һыҙа һәм йырындарҙа, баҫыу, ҡырҡынды, һаҙлы урындарҙа һәм йылға үҙәндәрендә йәшәй. Респ. бөтә терр‑яһында таралған, көньяҡта һирәк осрай. Ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡҡа сығара. Күп Т.һ. — һунар объекты. Аҡ ағуна, һоро ағуна БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018