“ТАУСЫ”, стадион. Учалы ҡ. урынлашҡан. 1978 й. асыла, 2000 й. тиклем Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты ҡарамағында була. Яһалма япмалы футбол яланы (110×71 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), мини‑футбол өсөн майҙансығы, теннис корты, трибуналары (3113 урынға иҫәпләнгән) һ.б. бар. Аэробика, саңғы ярышы, футбол секциялары эшләй. Стадион базаһында 2008—13 йй. “Урал‑Волга буйы” зонаһының икенсе дивизионындағы Рәсәй беренселегендә ҡатнашҡан “Таусы” футбол клубы бар.

З.М.Гордиенко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018