ТАТАРИНОВ Дмитрий Иванович (18.10.1877, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы ҡсб, хәҙ. Белорет ҡ., — 25.7.1956, Өфө), терапевт. Мед. д‑ры (1905), проф. (1934). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1940), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944). Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1901) шунда уҡ эшләй. 1912 й. алып Өфө ир балалар гимназияһында терапия кабинеты мөдире, 1914 й. башлап 1‑се Өфө хәрби госпиталенең өлкән табибы һәм ғилми етәксеһе, 1918 й. — Томск ҡ. поликлиника мөдире. 1920 й. алып Өфөлә: 2‑се дауаханала бүлек мөдире, 1922 й. — 3‑сө дауаханала ғилми етәксе, 1934 й. башлап БДМИ‑ла уҡыта, 1936 й. алып БДМИ‑ның госпиталь терапияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ревматизмды, аш һеңдереү, тын алыу ағзалары ауырыуҙарын һ.б. өйрәнеүгә арналған. БДМУ‑ның 3 терапия каф. ойоштороусы. БАССР‑ҙа терапия хеҙмәтен булдырыуға күп көс һалған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Өфө табиптар йәмғиәте (1924—32), Бөтә Союз терапевтары ғилми мед. йәмғиәтенең Башҡ‑н филиалы (1939—51) рәйесе. РСФСР ЮС‑ының 1—2‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.