АРЫЙ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 417 кеше; 1920 — 461; 1939 — 271; 1959 — 294; 1989 — 399; 2002 — 361; 2010 — 385 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мәсәғүт лицейы №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әмин һәм Ниғмәтулла Арыевтар билдәле. 1795 й. 13 йортта 76 кеше йәшәгән, 1865 й. 37 йортта — 255 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет (1878 й. төҙөлгән), мәҙрәсә, мануфактура кибете теркәлгән. А. эргәһендә үҫкән ҡырағай дала сейәһе ҡыуаҡлығы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. З.Ҡ.Ҡотип, Ә.Х.Әхмәҙиев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке