ТАРТАЙ (Crex crex), һыу тауыҡтары ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала һәм Көнбайыш Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 27—30 см, ауырлығы 80—200 г, ҡанат йәйеме 46—53 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, кәүшәк, көрәнһыу йәки һорғолт ерән төҫтә, арҡаһында сыбарлыҡтар һәм ян‑яғында арҡыры һыҙаттар бар, ҡанаттары ерән төҫтә. Кәүҙәһе ян‑яҡтан ҡыҫылған. Суҡышы ҙур түгел, конус формаһында. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары ҡыҙғылт көрән йәки һоро төҫтә. Енси диморфизм аҙ беленә: ата ҡоштар эрерәк. Полигам. Төндә (һирәгерәк көндөҙ) ҡуйы үлән араһында гөлдөрләй. Ояһын түңгәктәрҙә, ҡыуаҡтар араһында үлән һабаҡтарынан яһай, мүк, үлән түшәй. Ояла 5—12 (19‑ға тиклем) һарғылт аҡ, охра йәки йәшкелт төҫтәге ҡыҙғылт көрән төрткөләре һәм шәмәхә төҫөндәге таптары булған йомортҡа бар. Инә ҡош 17—19 (һирәгерәк 14—21) көн дауамында баҫа. Башлыса эңерҙә һәм төндә әүҙем. Бөжәктәр, моллюскылар, ваҡ умыртҡалылар, үҫемлек орлоҡтары м‑н туҡлана. Йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында, болондарҙа, баҫыуҙарҙа йәшәй. БР‑ҙа урман һәм урман‑дала зоналарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова  

 

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.