“ТАНЫП”, бальнеология шифаханаһы, ДУП. Асҡын р‑нында, Чернушки т. юл ст. (Пермь крайы) 50 км һәм Яңы Ҡаҙансы а. Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 18°С). 2005 й. асыла. Тире, гинекология, урология, аш һеңдереү, тын алыу ағзалары, терәк‑хәрәкәт аппараты, нервы системаһы һ.б. ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 200 урынға иҫәпләнгән (2009). Төп дауалау факторҙары: климат, минераль һыу (“Ҡаҙансы”: гидрокарбонатлы сульфат‑кальцийлы, минераллашыуы — 1,36—1,94 г/л), ванна өсөн көкөрт-водородлы сульфат кальций‑магнийлы һыу. Бальнеотерапия, дауалау физкультураһы, физиотерапия һ.б. ҡулланыла. “Т.” “Һаулыҡ йорто” Бөтә Рәсәй форумында алтын миҙалдар м‑н бүләкләнгән (2006, 2008—09).

К.С.Ямалетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018