ТАНҺЫҠҠУЖИНА Тамара Михаил ҡыҙы (11.12.1978, Яр Саллы ҡ.), спортсы. Халыҡ‑ара шашка уйындары б‑са халыҡ‑ара гроссмейстер (2001), Рәсәй гроссмейстеры (1998). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). СДПИ‑ны тамамлаған (2001). Шахмат‑шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе (Яр Саллы; тренерҙары М.И.Белкина, С.А.Овечкин), 1994 й. алып шашка б‑са ДЮСШ (Ишембай ҡ.; тренеры Ю.В.Черток), 1999 й. — “Башнефть” шашка клубы (тренеры Черток, А.Р.Чижов) өсөн сығыш яһай. Классик (2001, 2003—04, 2007, 2011) һәм тиҙ (2008) программалар б‑са донъя чемп., Донъя кубогын яулаусы (2015), классик (2000, 2008), йәшен тиҙлегендәге (2008, 2010—11, 2014) һәм тиҙ (2012, 2016) программалар б‑са Европа чемп., классик (1996, 1999, 2000, 2002, 2005, 2007—08, 2011), тиҙ (1999, 2000, 2008, 2015) һәм йәшен тиҙлегендәге (1999, 2000, 2002—07, 2009—10, 2015) программалар б‑са Рәсәй чемп., блиц (1999, 2015—16) һәм тиҙ программа (2015) б‑са донъя чемпионаттарының көмөш призёры, Бөтә донъя интеллектуаль спорт уйындарының (2008) һәм классик программа б‑са донъя чемпионатының (2013) бронза призёры. Ҡыҙҙар араһында халыҡ‑ара һәм рус шашкалары б‑са донъя чемп. (икеһе лә — 1997). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996 й. алып). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2001).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018