ТАЛ КҮБӘЛӘГЕ (Apatura iris), күбәләктәр отрядының нимфалидтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Үҙәк һәм Төньяҡ Англия, Скандинавия, Көньяҡ Европанан башҡа Евразияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см, ата күбәләктеке — күкһел шәмәхә төҫмөрлө ҡара көрән, инәһенеке асыҡ көрән төҫтә. Алғы ҡанаты аҡ таплы, артҡыһы — аҡ тартмайыл һәм ҡуйы һары ҡаймалы ҡара таплы. Йомортҡалары асыҡ йәшел төҫтә, ағас үҫемлектәренә һалына. Ҡарышлауыҡтар көрәнһыу, аҙаҡтан йәшел төҫтә, башында 2 күк мөгөҙө, ян‑яғында һары нөктәләр һәм асыҡ төҫтәге арҡыры һыҙаттар бар. Үҙҙәре туҡланған үҫемлектәрҙә ҡурсаҡланалар. Ҡурсаҡтары йәшел төҫтә, башында 2 ҙур булмаған осло үҫентеһе бар. БР шарттарында йылына 1 быуын үҫешә. Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Күбәләктәре июнь уртаһында килеп сыға, көндөҙ әүҙем, сәскә таты, ҡарышлауыҡтары тал, тирәк япраҡтары м‑н туҡлана. Аҙ һанлы төр, респ. бөтә терр‑яһында осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018