ТАБАН БАЛЫҠ (Carassius), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ заты. 2 төрө билдәле: алтын Т.б. Урта һәм Көнсығыш Европала, Себерҙә (Лена й. тиклем), көмөш Т.б. Тымыҡ океан басс., Себерҙә, Амударъя, Һырдаръя, Волга, Днепр һ.б. йылғаларҙың түбәнге ағымында таралған. Кәүҙәһе бейек, оҙонлоғо 45 см тиклем, ауырлығы 1—3 кг. Алтын Т.б. арҡаһы алтынһыу ҡара көрән, ян‑яғы ҡарағусҡыл алтын, йөҙгөстәре ҡыҙғылт төҫтә; көмөш Т.б. ян‑яғының һәм ҡорһағының көмөш төҫө м‑н айырыла. Сөсө һыу балыҡтары. Енси яҡтан 3—4 йылда өлгөрә. Яҙын һәм йәйен үҫемлектәргә ыуылдырыҡ сәсә. Үрсеме — 300 меңгә тиклем ыуылдырыҡ бөртөгө. Көмөш Т.б. гиногенез (инә балыҡтарҙан ғына торған популяциялар осрай, ыуылдырыҡтарын ҡәрҙәш төрҙәрҙең ата балыҡтары аталандыра) хас. Селбәрәләре — планктон, оло Т.б. үҫемлектәр, зоопланктон, зообентос, детрит м‑н туҡлана. Көҙөн Т.б. ләмгә күмелә һәм ҡатып ҡала. БР‑ҙа һыуһаҡлағыстарҙа, йылғаларҙа һ.б. һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Респ. ҡайһы бер күлдәрендә, мәҫ., Күлтабан күлендә (2007 й.) тик көмөш Т.б. һәм алабуға һымаҡтарға ҡараған ротандан торған ихтиофауна барлыҡҡа килгән. Көмөш Т.б. “Башкиррыбхоз”, Бөрө тәжрибә‑производство хужалығы һ.б. хужалыҡтарҙа өҫтәмә балыҡ итеп үрсетелә. Респ. хужалыҡтарында йыл һайын 10—15 т Т.б. тотола.

Әҙәб.: Б и к к и н и н Р.Ф. Ихтиофауна Республики Башкортостан //Фауна и флора Республики Башкортостан: проблемы их изучения и охраны. Уфа, 1999.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018