ҮТКӘЛ, Белорет р-нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 27 км һәм Белорет т. юл ст. К. табан 25 км алыҫлыҡта Үткәл й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 129 кеше; 1920 — 189; 1939 — 323; 1959 — 298; 1989 — 380; 2002 — 387; 2010 — 396 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Троицк өйәҙендә нигеҙ һалына. 1920 й. Ү. (Үкәтән) булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов