ҮТКЕН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 11 км һәм Өфө т. юл ст. Т.-Көнб. табан 121 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 485 кеше; 1920 — 521; 1939 — 513; 1959 — 285; 1989 — 115; 2002 — 131; 2010 — 143 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1736 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр һәм мишәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 30 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 54 йортта — 301 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, тегенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1893 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, 2 мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.