ҮТӘШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡубыяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 128 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 816 кеше; 1920 — 823; 1939 — 548; 1959 — 380; 1989 — 316; 2002 — 268; 2010 — 182 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1752 й. керҙәшлек килешеүе б-са Себер даруғаһы Өфө‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Үтәш исеме м‑н типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 62 йортта 426 кеше йәшәгән. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. мәсет, училище, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.