ҮТӘК, Үрге Әрмет, Ғафури р‑нындағы ауыл, Үтәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1867 кеше; 1920 – 2353; 1939 – 1778; 1959 – 1166; 1989 – 741; 2002 – 660 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Ү. – “Уңыш” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры), китапхана  бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе тархан Үтәк Назаров исеме м‑н аталған. 1772 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) төпләнә. 1795 й. 40 йортта 459 кеше йәшәгән, 1865 й. 150 йортта – 931 кеше. Малс‑ҡ,  игенселек, урман кәсептәре, тоҙ һәм мәғдән ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр; з‑дтарҙа, алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет, 2 училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, 4 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 1920 й. Ү. 1‑се Үтәк (800 кеше) һәм 2‑се Үтәк (1553 кеше) аа. булараҡ теркәлгән. З.Ғ.Мәхмүтов, Н.Р.Ураҙбаев, Х.Һатлыҡов, З.Л.Әсфәндиәров ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика