ҮТӘҒОЛ, Ҡыуат, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Үтәғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 77 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 277 кеше; 1920 – 273; 1939 – 291; 1959 – 411; 1989 – 583; 2002 – 591 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Бирҙеғол” ЯСЙ‑нда, “Ергән МТС” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. музей бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Ейәнсура а. (хәҙ. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Үтәғол Мусин исеме м‑н аталған. 1795 й. 7 йортта 70 кеше йәшәгән, 1866 й. 265 кеше иҫәпкә алынған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән. 30‑сы йй. Ү. а. 19 б. 2-се ярт. нигеҙләнгән Ҡыуат‑Бикбирҙе (Ҡыуатов, М.Ә.Ҡыуатов, С.С.Ҡыуатовтың тыуған ауылы), Туғай‑Бикбирҙе аа., 40‑сы йй. аҙ. – 20 б. башында нигеҙләнгән Ҡыуат а. ҡушылған. С.Ә.Абдуллин, Р.Ә.Яҡшыбаев ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика