ҮТӘГӘН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡыйышҡы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Таҙлар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 632 кеше; 1920 — 680; 1939 — 639; 1959 — 650; 1989 — 431; 2002 — 464; 2010 — 438 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2-се ярт. Нуғай даруғаһы Дыуан‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Үтәгән Мыуашев исеме м‑н аталған. 1795 й. 40 йортта 248 кеше йәшәгән, 1865 й. 73 йортта — 419 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, урман пристане теркәлгән. Р.Н.Байымов, Ғ.Б. Хөсәйенов, Ә.Р.Хөсәйенов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018