АРХИТЕКТУРА-ТӨҘӨЛӨШ КОЛЛЕДЖЫ. 1961 й. Өфөлә киске төҙөлөш техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1967 й. алып төҙөлөш техникумы, 1995 й. хәҙ. статусын ала, 2011 й. — Башҡорт архитектура‑төҙөлөш колледжы. 2011 й. башлап составында 129‑сы һөнәрселек лицейы (Өфө). Благовещен, Бөрө, Дәүләкән ҡҡ., Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а., Әлшәй р‑ны Раевка а. филиалдары (бөтәһе лә 2000 й. нигеҙләнгән) бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә архитектура, биналар һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм файҙаланыу, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, иҡт. һәм бухгалтер иҫәбе, компьютер системаларында программалау, күтәреү‑ташыу, төҙөлөш, юл һалыу машиналарын һәм ҡоролмаларын техник файҙаланыу (тармаҡ б‑са), ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлегендә тәьмин итеүҙең мәғлүмәт системалары һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Компьютер үҙәге, китапханаһы, тамаша, 2 спорт һәм 2 тренажёр залы, мед. пункты, колледж тарихы музейы, дөйөм ятағы, уҡытыу оҫтаханаһы бар. 2000 й. башлап колледж эргәһендә Өҫтәмә белем биреү үҙәге эшләй. 20 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011). Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., БДАУ, БДПУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ м‑н хеҙмәттәшлек итә.

И.Ғ.Этҡолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке