ҮТӘГӘН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 314 кеше; 1920 — 500; 1939 — 344; 1959 — 376; 1989 — 328; 2002 — 428; 2010 — 447 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Амангилде урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1834 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1836 й.) Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Рауил а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Үтәгән Ибраһимов исеме м-н аталған. 1866 й. 53 йортта 263 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов