ҮТӘГӘН, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 8 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Әзәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 505; 1939 — 389; 1959 — 332; 1989 — 144; 2002 — 147; 2010 — 135 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар нигеҙ һалған тип, фараз ителә, 1747 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. бында Бөрө өйәҙенең ш. уҡ улусы Борай-Шишмә а. башҡорттары килеп ултыра. 1795 й. 184 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 83 йортта — 530 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018