ҮҪТЕМ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 50 км алыҫлыҡта Соҡай й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920 — 523; 1939 — 555; 1959 — 357; 1989 — 220; 2002 — 190; 2010 — 179 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡамышлытамаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Бында керҙәшлек килешеүе б‑са 1859 й. тиклем типтәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 48 йортта 265 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Т.Л.Нурҡаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов